+8 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
18 Ноября 2021, 11:14

Ковидҡа ҡаршы указда – үҙгәрештәр

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус инфекцияһы таралыуға бәйле “Юғары әҙерлек" режимы хаҡындағы указға йәнә үҙгәрештәр индерҙе.

Ковидҡа ҡаршы указда – үҙгәрештәрКовидҡа ҡаршы указда – үҙгәрештәр
Ковидҡа ҡаршы указда – үҙгәрештәр

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус инфекцияһы таралыуға бәйле “Юғары әҙерлек" режимы хаҡындағы указға йәнә үҙгәрештәр индерҙе.

 Документтың яңы редакцияһына ярашлы, 1 декабрҙән республикалағы ҡунаҡханаларға ковидҡа ҡаршы вакцинация тураһында сертификат йәки һуңғы алты айҙа коронавирус уҙғарыу хаҡында белешмә, йә булмаһа прививка яһатырға ярамау хаҡында медицина белешмәһе (ПЦР-тестың кире һөҙөмтәһе менән бергә) булғанда ғына урынлашырға мөмкин.

 Указда шул да билдәләнә: Рәсәй футбол Премьер-лигаһы, Континенталь хоккей лигаһы уйындарын, һөнәри командалар араһында Рәсәй чемпионаттарының бүтән матчтарын, башҡа рәсми физкультура һәм спорт сараларын уҙғарғанда стадиондарҙы 70 процентҡа тиклем тултырырға ярай. Тамашасыларҙың ковидҡа ҡаршы вакцинация хаҡында сертификаты йәки һуңғы ярты йылда коронавирус уҙғарыу тураһында белешмәһе булыуы мотлаҡ.

Фото БР Башлығы сайтынан алынды.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас