+19 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
18 Ноября 2021, 04:25

Дим – Иглин тимер юлы буласаҡ

Мәскәүҙә XV «Рәсәй транспорты» Халыҡ-ара форумы бара. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә республиканан ҙур делигация ҡатнаша.

Добавить в предпочтительные источники Google
Дим – Иглин тимер юлы буласаҡДим – Иглин тимер юлы буласаҡ
Дим – Иглин тимер юлы буласаҡ

Мәскәүҙә XV «Рәсәй транспорты» Халыҡ-ара форумы бара. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә республиканан ҙур делигация ҡатнаша.

«Рәсәй тимер юлдары» йәмғиәте идараһы рәйесе – генераль директоры Олег Белозёров менән эшлекле осрашыуы барышында төбәгебеҙ өсөн мөһим мәсьәләләр ҡаралды, тип хәбәр итә “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.

Яҡтар республиканың тимер юл инфраструктураһын яңыртыу мәсьәләләрен тикшереп, Өфө тимер юл ҡулсаһын булдырыу өсөн Дим – Иглин участкаһында икенсе юл төҙөү тураһында фекер алышҡан.

Был проект шулай уҡ баш ҡаланың аэропорт менән тимер юл бәйләнешен ойоштороуҙы ла үҙ эсенә ала. Өфө ҡулсаһы ҡала халҡы һәм ҡунаҡтар өсөн тиҙ һәм уңайлы транспорт төрө буласаҡ. Проектты ғәмәлгә ашырыу 2030 йылға пассажирҙар һанын 6,5 миллионға тиклем арттырырға мөмкинлек бирергә тейеш.

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас