+1 °С
Облачно


Баш ҡаланың Мостай Кәрим урамында билдәһеҙ кеше 32 йәшлек ирҙең янбашына, эсенә бысаҡ менән сәнскән.
Енәйәтсе видеокүҙәтеү камераһына эләккән. Ул 30-35 йәштәрҙә, буйы 170-175 сантиметр, уртаса кәүҙәле. Ҡара бәйләнгән шапка, капюшонлы ҡара куртка, ҡара джинсы һәм ҡара төҫтәге аяҡ кейеме кейгән.
«Әгәр һеҙ уны күрһәгеҙ йәки ҡайҙа икәнлеге тураһында мәғлүмәткә эйә булһағыҙ, полицияға йә иһә ошо телефон номерҙарына шылтыратығыҙ: 279-39-02, 237-19-60 йәки 02 (кеҫә телефонына102 ), 250-51-34, 250-41-62», — тип белдерәләр полицияла.