+2 °С
Ясно


Өфө — Белорет автомобиль юлының 76-сы саҡрымында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.
Kia Rio ҡаршыға килгән «Лада Веста» менән бәрелешкән. Аварияла бер кеше йән биргән, бишәүһе йәрәхәттәр алған. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге хеҙмәткәрҙәре фажиғәле ваҡиғаның сәбәптәрен асыҡлай.