+9 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
18 Ноября 2021, 07:09

Афәт тағы 33 ғүмерҙе алып киткән

18 ноябрь мәғлүмәттәре буйынса, республикала аҙаҡҡы тәүлектә ковид 681 ауырыуҙа раҫланған. Шулай итеп, Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 98 296 иҫәпләнә.

Афәт тағы 33 ғүмерҙе алып киткәнАфәт тағы 33 ғүмерҙе алып киткән
Афәт тағы 33 ғүмерҙе алып киткән

18 ноябрь мәғлүмәттәре буйынса, республикала аҙаҡҡы тәүлектә ковид 681 ауырыуҙа раҫланған. Шулай итеп, Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 98 296 иҫәпләнә. Шуларҙың 87 212-һе вирусты еңеүгә өлгәшкән, 674-е, аҙаҡҡы тәүлектә һауығып, дауахананан сыҡҡан.

 Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үткән тәүлектә афәт тағы ла 33 ғүмерҙе өҙгән. Пандемия башланғандан алып 3 161 яҡташыбыҙ вафат булған.

Республикала ковидҡа ҡаршы вакцинация йылдам дауам итә. Вакцинаның беренсе компонентын – 1 851 952, икенсеһен 1 565 327 кеше яһатҡан.

Фото "Башинформ"дан алынды.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас