

Ҡаҙанда уҡып йөрөгән Башҡортостан йәштәренең ҡулдан һатып алған араҡы менән ағыуланыу ваҡиғаһын мәғлүмәт саралары киң яҡтырта.
Стәрлетамаҡта тыуып үҫкән студенттар һәм уларҙың дуҫтары 1,5 мең һумға ирис тәме килгән йәшел төҫтәге биш литр спиртлы эсемлек һатып ала. Тыуған көн мәжлесендә булған 13 кеше бер нисә сәғәттән «алкоголь менән ағыуланыу» диагнозы менән дауаханаға оҙатыла. Барыһының да ҡанында метанол табыла.
Татарстан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш токсикологы Әлиә Нәсибуллина хәбәр итеүенсә, 20 йәшлек Анастасия П. комала.
Табында 1999-2003 йылғы 19 кеше булған.
Татарстандың Тәфтиш комитеты әлеге осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан.