+13 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
17 Ноября 2021, 11:43

Вакцинация хаҡындағы сертификаттарҙы МФЦ офистарында алырға була

Дәүләт хеҙмәттәре порталында теркәлмәгән кешеләр вакцинация хаҡында сертификаттарын Күп функциялы үҙәк офистарында бушлай баҫтырып алырға мөмкин. Был бигерәк тә компьютер, гаджеттар менән эшләй алмаған өләсәйҙәр һәм олатайҙар өсөн уңайлы.

Вакцинация хаҡындағы сертификаттарҙы МФЦ офистарында алырға булаВакцинация хаҡындағы сертификаттарҙы МФЦ офистарында алырға була
Вакцинация хаҡындағы сертификаттарҙы МФЦ офистарында алырға була

Дәүләт хеҙмәттәре порталында теркәлмәгән кешеләр вакцинация хаҡында сертификаттарын Күп функциялы үҙәк офистарында бушлай баҫтырып алырға мөмкин. Был бигерәк тә компьютер, гаджеттар менән эшләй алмаған өләсәйҙәр һәм олатайҙар өсөн уңайлы.

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, сертификат артынан шулай уҡ коронавирус үткәргән кешеләр ҙә мөрәжәғәт итә ала (уларҙың диагноздарының раҫланыуы шарт).

МФЦ-ла алған сертификатҡа мисәт ҡуйылмай һәм ул бер данала ғына бирелә. Документты алыр өсөн паспорт, мотлаҡ медицина страховкалауы полисы һәм СНИЛС кәрәк буласаҡ.

Фото БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас