+8 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
17 Ноября 2021, 04:35

Республикала ике меңдән ашыу яңы йыл шыршыһы ҡуйыла

1 декабргә Башҡортостандың барлыҡ ҡалалары һәм райондары Яңы йылға биҙәлергә тейеш, тип белдерҙе республика хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Республикала ике меңдән ашыу яңы йыл шыршыһы ҡуйылаРеспубликала ике меңдән ашыу яңы йыл шыршыһы ҡуйыла
Республикала ике меңдән ашыу яңы йыл шыршыһы ҡуйыла

1 декабргә Башҡортостандың барлыҡ ҡалалары һәм райондары Яңы йылға биҙәлергә тейеш, тип белдерҙе республика хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

20 декабргә тиклем муниципалитеттар шыршылар ҡуйыуҙы, боҙ һындарын эшләүҙе һәм яңы йыл ҡаласыҡтарын тантаналы асыуҙы тәьмин итергә бурыслы. Йәмғеһе 1160 боҙ ҡаласығы төҙөлөргә тейеш. Спорттың ҡышҡы төрҙәрен яратыусылар өсөн 756 һырғалаҡ, 1173 боҙ тауы эшләү ҡаралған.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев билдәләүенсә, республика буйынса барлығы 2 291 шыршы ҡуйыла: шуларҙың 2145-е – урман ҡупшыҡайы, 146-һы – яһалма. Арт-объекттар һанын бер ярым тапҡырға арттырыу күҙаллана.

Йылдағыса, муниципалитеттар араһында иң яҡшы яңы йыл биҙәлеше һәм боҙ ҡаласығы конкурстары үткәрелә.

 

Автор:
Читайте нас