

Азамат Абдрахманов, Республика Хөкүмәте аппараты етәксеһе вазифаһына тәғәйенләнеү сәбәпле, 15 ноябрҙә Ишембай хакимиәте башлығы вазифаһын ҡалдырғайны.
Ишембай район Советы депутаттары уның урынына бер тауыштан Азат Ишемғолов кандидатураһын хупланы.
Азат Ишемғолов 1984 йылдың ноябрендә Өфөлә тыуған. Башҡорт дәүләт университетын буйынса тамамлаған. Федераль милеккә идара итеү агентлығы бүлегендә, «Мотор» ғилми-етештереү предприятиеһында, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай секретариатында эшләй. 2019 йылдан Ишембай районы хакимиәтендә хеҙмәт итә.
Валерий Шахов фотоһы.