+1 °С
Облачно


Өфөлә вакцинация пункттарында ковидҡа ҡаршы теге йәки вакцина булыуы хаҡында мәғлүмәт биреү буйынса Telegram-бот эшләй башланы. Был турала Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Унан файҙаланыу өсөн, Telegram мессенджерында мәғлүмәт эҙләү юлында @BashVaccBot адресын индерергә, артабан үҙегеҙ яһатырға теләгән вакцина исемен һәм ҡаланың һеҙҙең өсөн ҡулай районын билдәләргә кәрәк. Унда һеҙҙең өсөн уңайлы вакцинация пунктында шул мәлдә һеҙ теләгән препарат булыу-булмауы хаҡында мәғлүмәт биреләсәк. Вакцина тураһында мәғлүмәт көн һайын яңыртылып тора.