+23 °С
Ясно


Республикала кисә төнгә ҡарай ел көсәйҙе, ҡар яуа башланы.
Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәте буйынса, бөгөн аяҙлы-болотло һауа торошо көтөлә. Айырым райондарҙа буран сығыуы, сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ, урыны менән ҡар һырынталары ятыуы мөмкин.
Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан секундына 9-14 метр, ҡайһы бер райондарҙа уның тиҙлеге 18 метрға етеүе ихтимал.
Һауа температураһы төндә -6,-11, аяҙытҡанда иһә -16, көндөҙ 0, -5 градус була. Автомобиль юлдарының айырым участкаларында күреү мөмкинлеге 500 метрҙан кәмей.