+12 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
16 Ноября 2021, 10:27

Яуызлыҡ язаһын алыр

Ҡаҙанда атыш ойошторған Илназ Ғәләүиевҡа ике тапҡыр  психиатрия экспертизаһы үткәрелгән. Уның йомғаҡтары егеттең зиһене теүәл һәм ул кеше ғүмерен ҡыйғанда  үҙ аҡылында булған тигән һығымта сығарған. Тимәк Илназ Ғәләүиевты енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырыу мөмкин. Уға ғүмерлеккә төрмәгә ултырыу хөкөмө янай.

Яуызлыҡ язаһын алырЯуызлыҡ язаһын алыр
Яуызлыҡ язаһын алыр

Ҡаҙанда атыш ойошторған Илназ Ғәләүиевҡа ике тапҡыр  психиатрия экспертизаһы үткәрелгән. Уның йомғаҡтары егеттең зиһене теүәл һәм ул кеше ғүмерен ҡыйғанда үҙ аҡылында булған тигән һығымта сығарған. Тимәк Илназ Ғәләүиевты енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырыу мөмкин. Уға ғүмерлеккә төрмәгә ултырыу хөкөмө янай.

Декабрҙә егеттең эшен суд ҡараясаҡ. Илназды Санкт- Петербург ҡалаһынан этап менән кире Ҡаҙанға алып киләсәктәр. Быға тиклем  Сербский исемендәге социаль һәм суд психиатрияһы экспертизаһы кеше үлтергән енәйәтсе үҙ аҡылында түгел тигән ҡарар сығарғайны.

Илназ Ғәләүиев май айында Ҡаҙань мәктәптәренең береһендә 9 кешенең ғүмерен ҡыйҙы,  21-н йәрәхәтләне.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас