

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт Академия драма театры бинаһында яңы “Рас-сказы” спектакленә арналған матбуғат конференцияһы үтте. Уның башҡортса исемен "Балам" тип тәржемә иткәндәр. Сөнки һүҙ балалар хаҡында бара. Спектакль тәү сиратта үҙенең социаль йүнәлешле булыуы һәм форматы менән ҡыҙыҡлы. Унда пьесаның авторы Виктория Емелева, режиссеры Илшат Мөхөтдинов, театр директоры Илшат Фәйзуллин, Башҡортостандың халыҡ артистары Алмас һәм Гөлнара Әмировтар, пластика буйынса хореограф Алина Мостаева ҡатнашты.
Әҫәр документаль пьеса форматында ҡуйыла һәм ул аутист балалар тәрбиәләгән ғаиләләр тормошон сағылдыра. Уларҙың был хәлде ҡабул итеү тәжрибәһе хаҡында булыр.
Бының өсөн автор аутист балалы башҡорт ғаиләләре менән дә осрашып аралашҡан. Шуның менән пьесаны башҡорт сәхнәһенә яҡынлатҡан.
Ә әҫәр Мәскәүҙәге “Любимовка” фестиваленең шорт-листына индерелгән.
Яңы социаль проекттың премьераһы 2-3 декабрҙә, театрҙың бәләкәй сәхнәһендә үтәсәк.