

Санкт-Петербург ҡалаһы Рәсәйҙә медицинаны һәм һауыҡтырыу туризмын үҫтереүҙә бөтә төр медицина ойошмаларын, санаторийҙарҙы, туристик операторҙарҙы һәм ҡунаҡханаларҙы бер системаға туплап, дөйөм эш башҡарыусы тәүге ҡалаларҙың береһе.
Medical Tourism International- ул медицина һәм һауыҡтырыу туризмы буйынса халыҡ-ара сертификация системаһы.
Түңәрәк өҫтәлдәрҙә Medical Tourism International дүрт тармағы: медицина, санаторий-курорт дауалауҙары, ҡунаҡхана бизнесы, турҙар ойоштороу эшмәкәрлеге буйынса юғары сертификатлы эксперттар сығыш яһаны. Сарала АҠШ-тан операцион сертификат директоры Джерри Байерс та ҡатнашты. Түңәрәк өҫтәлдәге һөйләшеүҙәрҙән һуң 600 белгес медицина һәм һауыҡтырыу туризмы буйынса Халыҡ-ара сертификат алыуға өлгәште.
Был ҙур әһәмиәтле сара онлайн-трансляция аша күрһәтелде.