+13 °С
Ясно


Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, 16 ноябргә ҡарата коронавирусҡа ҡаршы прививканың тәүге компонентын 1 832 331 кеше ҡаҙатҡан. Был – вакцинация үтергә тейешле халыҡтың 73,8 проценты тигән һүҙ. Препараттың икенсе компонентын да эшләтеп, вакцинацияны тамамлап ҡуйыусылар – 1 530 832 (61,6 процент).
Аҙаҡҡы тәүлектә прививка эшләтеүселәр – 37 031.
Республикала 60 йәште уҙған 890 387 кеше йәшәй. Шуларҙың 460 257-һе прививканың беренсе компонентын, 381 837-һе икенсе компонентын ҡаҙатҡан.
Фото "Башинформ"дан алынды.