+23 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
16 Ноября 2021, 12:00

Сибайҙа һәм Туймазыла йоғошло сирҙәр госпиталдәре төҙөләсәк

Декабрь башында Сибайҙа һәм Туймазыла йоғошло сирҙәр госпиталдәре һалына башлаясаҡ. Яңы дауаханалар яҡынса ике айҙа сафҡа индерелер, тип көтөлә.

Сибайҙа һәм Туймазыла йоғошло сирҙәр госпиталдәре төҙөләсәкСибайҙа һәм Туймазыла йоғошло сирҙәр госпиталдәре төҙөләсәк
Сибайҙа һәм Туймазыла йоғошло сирҙәр госпиталдәре төҙөләсәк

Декабрь башында Сибайҙа һәм Туймазыла йоғошло сирҙәр госпиталдәре һалына башлаясаҡ. Яңы дауаханалар яҡынса ике айҙа сафҡа индерелер, тип көтөлә. Был турала Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.

“Алдағы йылдарҙа коронавирусҡа ҡаршы көрәш төп һынауҙарҙың береһе булыр, ахыры. Шуға күрә беҙ тағы ике госпиталь төҙөү тураһында ҡарар ҡабул иттек – ­Туймазыла һәм Сибайҙа”, – тине республика Башлығы.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров госпиталдәрҙең һәр ҡайһыһының майҙаны 9 мең квадрат метр буласағы, әлеге мәлдә финанслау, проектлау мәсьәләләрен хәл итеү тамамланып килеүе хаҡында һөйләне. “Төҙөлөш ике айҙан артыҡ ваҡытты алмаҫ, тип иҫәпләйбеҙ”, – тине Андрей Назаров.

Республика етәксеһе яңы госпиталдәрҙе тиҙерәк сафға индереүҙе һораны, йоғошло сирҙәр үҙәктәрен төҙөү буйынса республикабыҙ тәжрибәһен башҡа төбәктәрҙә лә файҙаланыуҙарын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Былтыр Өфө районының Зубово ауылында, Стәрлетамаҡ ҡалаһында йоғошло сирҙәр үҙәктәре һалыныуын хәтерегеҙгә төшөрөп китәбеҙ.

Фото "Башинформ"дан алынды.

 

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас