+23 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
15 Ноября 2021, 06:44

“Урал батыр” йәнә сәхнәгә сыға

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт Академия драма театрының “Урал батыр” эпосы буйынса ҡуйылған спектакль йәнә ҙур сәхнәгә сыға. Эпос башҡорт халҡының хазинаһы һәм уның ижадында, шулай уҡ бөтә донъя мәҙәни мираҫында  ҙур урын биләй. Уның нигеҙендә ҡуйылған спектаклдә  үлемһеҙлек темаһы тормош һәм үлем, изгелек  һәм яуызлыҡ, хакимлыҡ һәм халыҡ темаһы менән үрелеп бара.

“Урал батыр” йәнә сәхнәгә сыға“Урал батыр” йәнә сәхнәгә сыға
“Урал батыр” йәнә сәхнәгә сыға

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт Академия драма театрының “Урал батыр” эпосы буйынса ҡуйылған спектакль йәнә ҙур сәхнәгә сыға. Эпос башҡорт халҡының хазинаһы һәм уның ижадында, шулай уҡ бөтә донъя мәҙәни мираҫында  ҙур урын биләй. Уның нигеҙендә ҡуйылған спектаклдә  үлемһеҙлек темаһы тормош һәм үлем, изгелек  һәм яуызлыҡ, хакимлыҡ һәм халыҡ темаһы менән үрелеп бара.

Йәнбикә һәм Йәнбирҙе ғаиләһендә тыуған Урал һәм Шүлгән үлемдең кешенән көслө булыуын асыҡлай. Унан ағалы-ҡустылы  улар кешене үлемһеҙ итә тора тере шишмә эҙләп китәләр. Ҡатмарлыҡтар һәм кәртәләр аша үтеп тере шишмә табылғас, Урал батыр уны тәбиғәтте, халыҡты һәм моңдо мәңгелек итеүгә сарыф итә. Спектаклдә берҙәмлек символы булып тылсымлы таяҡ тора.

Төп ролде-Урал батырҙы Башҡортостандың Шәйехзада Бабич исмендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты Ринат Баймырҙин башҡара.

Спектаклдәр 24-25 ноябрҙә, 19 сәғәттә буласаҡ.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас