+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
15 Ноябрь 2021, 17:39

Диспансеризация яңыртыласаҡ

Ковид инфекцияһы яңынан көсәйгәс, Башҡортостанда диспансеризация ваҡытлыса туҡталып торғайны. 15 ноябрҙән был мөһим медицина сараларын үткәреү тергеҙелә.

Диспансеризация яңыртыласаҡ
Диспансеризация яңыртыласаҡ

Ковид инфекцияһы яңынан көсәйгәс, Башҡортостанда диспансеризация ваҡытлыса туҡталып торғайны. Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин бөгөндән диспансеризация үткәреүҙе яңыртырға әҙерлек хаҡында белдерҙе һәм, коронавирусҡа бәйле хәл тотороҡланыу сәбәпле, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың быға рөхсәт биреүен һораны.

– Мотлаҡ башлағыҙ. Беҙгә алға ҡарап йәшәргә кәрәк. Беҙҙә үлем осраҡтары ла юғары булды, шул арҡала ғүмер оҙонлоғо ла кәмей, – тип яуап бирҙе Радий Хәбиров һәм кисекмәҫтән был эште башларға ҡушты.

 Ул шулай уҡ әлеге мәлдә республикала коронавирусҡа бәйле хәл тотороҡланыуын, ковидтан үлем осраҡтары аҙайыуын, койка фондына ла көсөргәнеш кәмеүен билдәләне. Йоғошло сирҙәр менән ауырыусылар өсөн тәғәйенләнгән койкалар һаны ике меңгә кәметелгән.

 Тиҙҙән Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы, Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһы, Өфөнөң 5-се дауаханаһы, һуғыш ветерандары госпитале, Баймаҡ, Дүртөйлө, Стәрлетамаҡ ҡалаларындағы йоғошло сирҙәр госпиталдәре ҡәҙимге режимда эшләүгә күсәсәк.

Бөгөнгө көндә Башҡортостанда йоғошло сирҙәр менән ауырыусылар өсөн 5 739 койка билдәләнгән, шуларҙың  27 проценты буш.

Фото "Башинформ"дан алынды.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: