+9 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
15 Ноября 2021, 05:34

Асҡындар арҙаҡлы шәхестәренең исемен мәңгеләштерҙе

Асҡын районы вәкилдәре үҙҙәренең арҙаҡлы яҡташтары, крайҙы өйрәнеүсе, балыҡсы ырыуы вәкиле Шаһийән Миңлеғәлиевҡа таҡтаташ астылар. Ноябрь айында уның тыуыуына 90 йәш тулды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Асҡындар арҙаҡлы шәхестәренең исемен мәңгеләштерҙеАсҡындар арҙаҡлы шәхестәренең исемен мәңгеләштерҙе
Асҡындар арҙаҡлы шәхестәренең исемен мәңгеләштерҙе

Асҡын районы вәкилдәре үҙҙәренең арҙаҡлы яҡташтары, крайҙы өйрәнеүсе, балыҡсы ырыуы вәкиле Шаһийән Миңлеғәлиевҡа таҡтаташ астылар. Ноябрь айында уның тыуыуына 90 йәш тулды.

Төбәктең Солтанбәк ауылының тарихын өйрәнеүгә һәм һаҡлауға индергән шәхестең яҡты иҫтәлеге рәхмәтле райондаштары тарафынан мәңгеләштерелде. Шаһийән Миңлеғәлиев  Солтанбәк ауылында тыуып үҫкән. Ул бөтә ғүмерен тыуған еренең тарихын өйрәнеүгә арнай. Тап ул балыҡсы ырыуы вәкилдәренең шәжәрәһен һәм төбәктең башҡорт ауылдарын өйрәнә һәм уларҙың тарихи сығышын архив материалдары менән иҫбатлай.

Ошоға тиклем дә урындағы мәктәп музейы етәксеһе, география уҡытыусыһы Фәйрүзә Фаһаманова  башҡорт халҡының ижады, тарихы, бай кәсептәре бик бай материалдар, экспонаттар туплаған булған. Шул иҫәптән Шаһийән Миңлеғәлиевҡа бәйле байтаҡ материлдар йыйған ул.

Таҡтаташ мәҙәни үҙәк бинаһына ҡуйылды.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас