+13 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
12 Ноября 2021, 04:09

Стәрлетамаҡта өлкәндәр өсөн вакцинация пункттары асылды

Стәрлетамаҡ ҡалаһында 65 йәштән олораҡ кешеләр өсөн айырым өс вакцинация пункты эшләй башланы.

Стәрлетамаҡта өлкәндәр өсөн вакцинация пункттары асылдыСтәрлетамаҡта өлкәндәр өсөн вакцинация пункттары асылды
Стәрлетамаҡта өлкәндәр өсөн вакцинация пункттары асылды

Стәрлетамаҡ ҡалаһында 65 йәштән олораҡ кешеләр өсөн айырым өс вакцинация пункты асылды. Улар түбәндәге адрестар буйынса урынлашҡан:

 – поликлиника стационарының 2-се корпусы (Голиков урамы, 28), ауырыуҙарҙы стационарға ҡабул итеү бүлеге яғынан инергә, көн һайын сәғәт 12 сәғәттән 16 сәғәткә тиклем эшләй;

– 2-се ҡала дауаханаһында әле эшләүсе прививка яһау пункты базаһында (Салауат Юлаев урамы, 2), дүшәмбенән йомаға тиклем сәғәт 11-ҙән 13 сәғәткә хәтлем асыҡ;

– “Ҡайынҡай” шифахана-профилакторийында (Революция урамы, 4а), 65 йәштән өлкәндәр өсөн айырым кабинет билдәләнгән, дүшәмбенән йомаға ҡәҙәр сәғәт 12-нән 16 сәғәткә тиклем эшләй.

– Өлкән йәштәгеләр коронавирус инфекцияһын һәр ваҡыт ауыр кисерә, шуға күрә уларға вакцина яһау мөһим. Шул уҡ ваҡытта улар прививка эшләтергә килмәй, сөнки дөйөм сиратта тороп, сир йоҡтороуҙан ҡурҡа. Ололар өсөн махсус асылған кабинеттарҙа улар һис хәүефләнмәйенсә вакцина ҡаҙата ала. Ә Салауат Юлаев урамы, 2 адресы буйынса урынлашҡан пунктта прививка яһатыр алдынан табип-гериатрҙа ҡаралырға ла мөмкин, – тип билдәләй 2-се дауахана баш табибы Эльвира Ғилванова.

Вакцинаны шулай уҡ ҡала поликлиникаларында, Октябрь проспекты, 36 адресы буйынса урынлашҡан “Магнит”гипермаркетында ла эшләтергә мөмкин: поликлиникаларҙағы прививка яһау пункттары – ял көндәрһеҙ, иртәнге сәғәт һигеҙҙән киске һигеҙгә тиклем, “Магнит”гипермаркетындағы кабинет шулай уҡ көн һайын 12 сәғәттән 18 сәғәткә ҡәҙәр эшләй.

Фото Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте сайтынан.

 

 

 

 

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас