+2 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
12 Ноября 2021, 07:17

“Инвест сәғәте” ултырышында

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Инвестиция сәғәте”н үткәрҙе. Унда иҡтисадтың төрлө тармаҡтарында  яңы проекттар тикшерелде.

Добавить в предпочтительные источники Google
“Инвест сәғәте” ултырышында“Инвест сәғәте” ултырышында
“Инвест сәғәте” ултырышында

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Инвестиция сәғәте”н үткәрҙе. Унда иҡтисадтың төрлө тармаҡтарында  яңы проекттар тикшерелде.

“Кориб” компанияһының генераль директоры Олег Коробченко Благовар районында ауыл хужалығы һәм коммуналь техникаларҙы хеҙмәтләндереү буйынса сервис үҙәгенең төҙөлөшөн тәҡдим итте. Унда шулай уҡ йөк автомобилдәрен ремонтлау ҙа күҙ уңында тотола.

Инвестор ошо проектҡа 115 миллион аҡса һалыуҙы күҙаллай.Сервис үҙәге өсөн буш торған ангарҙарҙы төҙөкләндереү һәм ҡорамалдар менән йыһазландырыу ҙа планлаштырыла. 30 кешелек эш урынын булдырыу ҡаралған.

Инвест сәғәтендә был проект һалымға льготалар биреү шарты менән өҫтөнлөклө программалар иҫәбенә индерелде.

Шулай уҡ Өфө районында автотрактор техникаһын һынау өсөн лаборатория төҙөлөшө тикшерелде. Унда 105 миллион һум инвестиция һалыу ,  20 кешегә эш урынын төҙөү күҙ уңында тотола.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас