+9 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
12 Ноября 2021, 04:05

Башҡорт теле көнөнә ҡарата нәфис һүҙ фестиваль-конкурсы үтә

Республикала, Башҡорт теле көнөнә арнап,«Теле барҙың – иле бар» нәфис һүҙ фестиваль-конкурсы иғлан ителде. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡорт теле көнөнә ҡарата нәфис һүҙ фестиваль-конкурсы үтәБашҡорт теле көнөнә ҡарата нәфис һүҙ фестиваль-конкурсы үтә
Башҡорт теле көнөнә ҡарата нәфис һүҙ фестиваль-конкурсы үтә

Республикала, Башҡорт теле көнөнә арнап, «Теле барҙың – иле бар» нәфис һүҙ фестиваль-конкурсы иғлан ителде. 

Уны Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәби музейы ойоштора. 

Конкурста Рәсәйҙең төрлө типтағы белем биреү учреждениеларының 1-11-се класс (мәктәп, лицей, гимназия һәм башҡалар) уҡыусылары ҡатнаша ала. 

Бының өсөн Башҡортостан шағирҙарының башҡорт теле тураһында шиғырҙарын яттан һөйләгән видеояҙмалар ебәрергә кәрәк.

Конкурс 2021 йылдың 1 ноябренән 30-на тиклем онлайн форматта үтә. Йомғаҡ 14 декабрҙә – Башҡорт теле көнөндә яһала.

Фестивалдең маҡсаты – башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү, Башҡортостанда һәм унан ситтә телде популярлаштырыу.

Конкурста ҡатнашыу шарттары менән https://vk.com/doc-66773949_614003314?hash=ecf125a1e4bf43d427&dl=6c999cf3bec90cefe0 һылтынмаһы буйынса танышырға мөмкин.

Автор:
Читайте нас