-4 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
12 Ноябрь 2021, 10:17

100 яҡташыбыҙҙың хәле ауыр

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, республикала 12 ноябргә ҡарата коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 94 221 иҫәпләнә. Тәүлек эсендә зәһәр сир 677 ауырыуҙа асыҡланған.

Добавить в предпочтительные источники Google
100 яҡташыбыҙҙың хәле ауыр100 яҡташыбыҙҙың хәле ауыр
100 яҡташыбыҙҙың хәле ауыр

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, республикала 12 ноябргә ҡарата коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 94 221 иҫәпләнә. Тәүлек эсендә зәһәр сир 677 ауырыуҙа асыҡланған.

Әлеге мәлдә ковид-госпиталдәрҙә дауаланыусылар – 801, шул иҫәптән 500-ө – 60 йәштән өлкәнерәк. 100 сырхауҙың хәле ауыр, һигеҙе яһалма һулыш аппараты ярҙамында тын ала.

Амбулатор шарттарҙа дауаланыусылар – 7 268, шуларҙың 5 991-е – 60 йәште үткән өләсәй һәм олатайҙар.

Бер тәүлектә 675 кеше, инфекциянан һауығып, дауахананан сыҡҡан. Пандемия башланғандан алып унан сәләмәтләнеүселәр – 83 177.

Уҙған тәүлектә коронавирустан 34 яҡташыбыҙ донъя ҡуйған. Афәт өҙгән ғүмерҙәр өс меңгә етеп килә – теүәлерәк итеп әйтһәк, 2 975.

Дауахананан тыш пневмония хаҡындағы мәғлүмәттәргә килгәндә, улар түбәндәгесә: кисәле-бөгөнлө үпкә ялҡынһыныуы диагнозы 133 ауырыуға ҡуйылған, был сирҙән һауығыусылар – 145.

Республикала, план буйынса, ковидҡа ҡаршы прививканы 2 484 667 кешегә яһатыу мөһим. Башҡортостанға барлығы 2 287 558 доза вакцина килгән. Уның беренсе компонентын ҡаҙатыусылар – 1 778 521 (вакцина эшләтергә тейешле халыҡтың 72,1 проценты), икенсе өлөшөн дә эшләтеүселәр – 1 481 714 (59,8 процент).

Фото "Башинформ"дан алынды.

 

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас