

Hyundai Solaris водителе әле комала, уның 18 йәшлек ҡыҙы һәләк булған.
Үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы Туймазы районында була. Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ мәғлүмәттәре буйынса, 45 йәшлек ханым идара иткән Hyundai Solaris менән Volvo йөк машинаһы бәрелә.
«Туймазы хәбәрҙәре» хәбәр итеүенсә, әсә менән ҡыҙ юл фажиғәһенә осраған. Ҡатын әле комала, ҡыҙын иртәгә ерләйҙәр. Әсә ҡыҙын яңғыҙы тәрбиәләгән. Фажиғәгә тиклем ныҡ сирләгән өләсәһе, ейәнсәренең үлеме хәбәрен ишеткәс, түшәккә ятҡан. Ҡыҙҙың атаһы ла ошо ауылда йәшәй. Ул ерләү эштәрен ойоштороуҙы үҙ өҫтөнә алған.
Ханым урындағы Мәҙәниәт йортонда эшләгән, райондың йәмәғәт һәм мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнашҡан. Ҡыҙ музыка мәктәбен тамамлаған, сәхнәлә сығыш яһарға яратҡан. Туғыҙынсы класты уңышлы тамамлағас, Октябрьский нефть колледжына уҡырға ингән. Икенсе курста уҡыған.
Хәҙер хоҡуҡ һаҡлаусылар үлемесле аварияның сәбәптәрен асыҡлай. Hyundai Solaris водителе оло юлға сыҡҡанда фураны үткәрмәгән, тип фаразлай ЮХХДИ хеҙмәте, фажиғә мәленең регистраторға эләккән видеоға нигеҙләнеп.