

Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы "Вирусты бергәләп еңәйек!" видеороликтар, мемдар һәм вайндар конкурсына йомғаҡ яһаны. 27 июлдән 1 октябргә тиклем дауам иткән был бәйгелә блогерҙар, журналистар, йәштәр, уҡыусылар, ижади коллективтар, берләшмәләр, ғөмүмән, теләгән һәр кем ҡатнашып, социаль селтәрҙә вакцинацияны хуплаған видеояҙмалар, вайндар, мемдар ҡуйҙы. Прививка яһатыуҙы яҡлаған ижад емештәрен улар #вирустыбергәләпеңәйек#мин вакцинацияяҡлы хештегы менән социаль селтәрҙәге сәхифәһенә һалды.
Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов бәйгелә 100-гә яҡын кеше ҡатнашыуын билдәләне. "Конкурстың маҡсаты – коронавирусҡа көрәшкә ҡулдан килгәнсә ярҙам итеү, халыҡты вакцинацияға әүҙемерәк ҡушылырға саҡырыу", – тине ул.
Еңеүселәрҙе "Башинформ" агентлығында тәбрикләнеләр. Улар араһында телеоператорҙар ҙа, журналистар ҙа, псиохологтар ҙа, хужабикәләр ҙә бар. Төрлө номинациялар буйынса урындар яулаусыларға аҡсалата бүләктәр әҙерләнгәйне. Беренсе урынға сығыусылар – 50 мең, икенсе урындағылар – 30 мең, өсөнсө урын алыусылар 20 мең һум алып ҡыуанды. "Вайндар" номинацияһында – Салауат ҡалаһынан хужабикә Эльвира Гаврилова, "Видеороликтар" номинацияһында – "Юлдаш" радиоһында эшләүсе Венер Фәйзуллин, "Мемдар" номинацияһында Салауат ҡалаһында йәшәүсе Элина Ғәҙелшина беренсе урынға лайыҡ булды.
Валерий Шахов һүрәте.