

«Ҡурай даны» милли телепремияһы сиктәрендә заманыбыҙҙың төп геройҙарының исемдәре 3 декабрҙә киске сәғәт 7-лә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында тантаналы иғлан ителәсәк.
Телепремия 2018 йылда «Ҡурай-ТВ» йыр-моң телеканалы башланғысы менән булдырылды. Уның төп маҡсаты - үҙ эшендә уңышҡа өлгәшкән замандаштарыбыҙҙы асыҡлау һәм башҡаларға танытыу, шулай уҡ башҡорт телен, үҙенсәлекле һәм хәҙерге мәҙәниәтте пропагандалау, һаҡлау һәм популярлаштырыу, халыҡ традицияларын, һөнәрҙәрен үҫтереү.
2020–2021 йылдарҙа телепремияға 45 ҡатнашыусы — «Ҡурай» телеканалы тамашасылары тәҡдим иткән замандаштарыбыҙ күрһәтелгән.
Быйыл «Ҡурай даны» телепремияһы 9 номинацияла уҙғарыла:
«Ер кешеһе»,
«Һөнәр оҫтаһы»,
«Эшлекле ханым»,
«Ҡул оҫтаһы»,
«Ижади ғаилә»,
«Миһырбанлы ғаилә»,
«Спорт ғаиләһе»,
«Йыл тренеры»,
«Йыл режиссеры».
«Ҡурай даны» көмөш миҙалы хужаларын телетамашасылар һайлай — еңеүселәр интернетта тауыш биреү юлы менән билдәләнә.
https://bash.news/konkurs/kuraj-dany һылтанмаһы буйынса яратҡан номинантығыҙ өсөн ТАУЫШТАР БИРЕГЕҘ!