+1 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
11 Ноября 2021, 12:29

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса...

11 ноябрь мәғлүмәттәре буйынса, республикала ковид йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 93 544-кә еткән. Тәүлек эсендә сир 680 ауырыуҙа раҫланған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса...Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса...
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса...

11 ноябрь мәғлүмәттәре буйынса, республикала ковид йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 93 544-кә еткән. Тәүлек эсендә сир 680 ауырыуҙа раҫланған.

Пандемия башланғандан алып мәкерле вирус 2 941 яҡташыбыҙҙың ғүмерен алып киткән. Уҙған тәүлектә унан вафат булыусылар – 32.

Йәмғеһе 82 502 кеше инфекцияны еңеүгә өлгәшкән, шуларҙың 665-е аҙаҡҡы тәүлектә һауығып, дауахананан сыҡҡан.

Рәсәйҙә бер тәүлектә коронавирус 40 759, йәғни кисәгенән 7,1 процентҡа күберәк кешелә асыҡланған (кисә 38 058 булған). Дөйөм алғанда, илебеҙҙә ковид йоҡтороусылар 8 952 472 тәшкил итә.

Уҙған тәүлектә ил буйынса 1237 ауырыу донъя ҡуйған, афәттән барлығы 251 691 ғүмер өҙөлгән. Барлығы 7 687 317 кеше ковидтан ҡотолоуға ирешкән, үткән тәүлектә сәләмәтләнеүселәр – 33 156.

Фото: "Башинформ".

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас