+21 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
11 Ноября 2021, 03:25

Таңсулпан һәм Зөһрә Бураҡаевалар күңелле «Арба»ға саҡыра

Таңсулпан һәм Зөһрә Бураҡаеваларҙың күңелле «Арба»һы ауылдар һәм ҡалалар буйлап йөрөй.

Таңсулпан һәм Зөһрә Бураҡаевалар күңелле «Арба»ға саҡыраТаңсулпан һәм Зөһрә Бураҡаевалар күңелле «Арба»ға саҡыра
Таңсулпан һәм Зөһрә Бураҡаевалар күңелле «Арба»ға саҡыра

Таңсулпан һәм Зөһрә Бураҡаеваларҙың күңелле «Арба»һы ауылдар һәм ҡалалар буйлап йөрөй.

Унда өс мөғжизәле әкиәт персонаждары, илгиҙәр актерҙар - егет һәм хан ҡыҙы, батыр һәм Аждаһа, Юха һәм Шайтанға әүерелгән меҫкен егет. 

"Арба" бөгөн иртәнге сәғәт 11-ҙә һәм төшкөһөн, 13 сәғәттә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының Ҙур сәхнәһенә килә.

Бында балалар өсөн спектаклдең премьераһы була, артистар менән бергә йырларға, бейергә мөмкин. Ҡуйыусы режиссер – Зиннур Сөләймәнов.

Премьерала Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Рәмзил Сәлмәнов һәм Илгиз Таһиров, театр актерҙары Лилиә Исҡужина, Ләйсән Миңлеғәлиева, Салауат Юлдашбаев, Шәһит Хамматов, Зөлхизә Абдуллина, Гөлсәсәк Зарипова, Зәриә Моратова, Әбйәлил Үтәбаев сығыш яһай.   

 

Автор:
Читайте нас