+13 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
10 Ноября 2021, 03:50

Ҙур этнографик диктант уңышлы үтте

3 – 7 ноябрҙә "Халыҡтар күп – ил берәү" лозунгы аҫтында Ҙур этнографик диктант үтте.

Ҙур этнографик диктант уңышлы үттеҘур этнографик диктант уңышлы үтте
Ҙур этнографик диктант уңышлы үтте

3 – 7 ноябрҙә "Халыҡтар күп – ил берәү" лозунгы аҫтында Ҙур этнографик диктант үтте.

Мәғрифәт акцияһы Рәсәйҙәге Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналды һәм унда ил төбәктәренән һәм 95 сит илдән 2 679 689 кеше ҡатнашты. Шуларҙың 341 027-һе – Башҡортостандан.

Сара этнографик белем кимәлен тикшереүҙән тыш, Рәсәйҙә йәшәгән төрлө халыҡтарҙың мәҙәниәте тураһындағы мәғлүмәтте арттырырға ла булышлыҡ иткән.

Үткән йылда диктантты Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә йәшәгән 1,7 миллион кеше яҙған, шуларҙың 138 409-ы – Башҡортостандан булған. Был Мәскәү ҡалаһынан һуң икенсе һөҙөмтә ине.

Башҡортостанда Ҙур этнографик диктантты республиканың Мәҙәниәт, Мәғариф һәм фән министрлыҡтары, Халыҡтар дуҫлығы йорто ойошторҙо.

Автор:
Читайте нас