+9 °С
Ясно


Һуңғы ваҡытта Өфөлә коронавирусҡа ҡаршы прививка эшләтергә теләүселәр артты. Өфөләргә уңайлы булһын өсөн, “Торатау” Конгресс-холындағы вакцинация пунктында прививка эшләтеүгә алдан яҙылыу ойошторолған.
Хәҙер вакцинаны мобиль пунктҡа килеп, шунда уҡ яһатырға ла, 224-93-03 телефоны буйынса шылтыратып, үҙең өсөн уңайлы ваҡытҡа яҙылып ҡаҙатырға ла мөмкин. Үҙең менән паспорт һәм СНИЛС булыуы мотлаҡ.
Вакцинация пункты ял көндәрһеҙ, иртәнге туғыҙҙан киске етегә тиклем эшләй.