+9 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
10 Ноября 2021, 09:10

Бөгөн Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө

Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Башҡортостан буйынса эске эштәр министры, полиция генерал-лейтенанты Роман Деев Башҡортостан Республикаһының Эске эштәр министрлығы янындағы Өфө городовойы һәйкәленә сәскәләр һалды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бөгөн Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнөБөгөн Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө
Бөгөн Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө

Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Башҡортостан буйынса эске эштәр министры, полиция генерал-лейтенанты Роман Деев Башҡортостан Республикаһының Эске эштәр министрлығы янындағы Өфө городовойы һәйкәленә сәскәләр һалды.

Тантанала хөкүмәт премьер-министры Андрей Назаров, республика Башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин, хоҡуҡ тәртибе органдары ветерандары ҡатнашты. 

«Бөгөн беҙ йәмғиәт һәм граждандарыбыҙ мәнфәғәте һағында торған эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренә хөрмәт күрһәтергә һәм рәхмәт әйтергә тейешбеҙ. Был — ҡатмарлы һәм ауыр эш, сөнки тәртип һаҡсылары үҙ эшмәкәрлегендә йыш ҡына тормошобоҙҙоң насар яҡтары менән эш итә. Кешегә ҡыйын булһа, ул шунда уҡ полицияны ярҙамға саҡыра. Республикабыҙҙа 14 меңдән ашыу эске эштәр органдары хеҙмәткәре бар, был — үҙ байрамында ла йәмәғәт тәртибен һәм граждандарыбыҙ һағында торған бик ҙур армия. Эске эштәр министрлығының 177 хеҙмәткәре хеҙмәт бурыстарын үтәгәндә һәләк булған. Төньяҡ Кавказда контртеррористик операцияны үтәү барышында 20 кешенең ғүмере өҙөлгән, 30 хеҙмәткәр үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены, алтауһы Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнгән. Әлбиттә, эске эштәр органдары ветерандарына эштәре өсөн ҙур рәхмәт», - тине Радий Хәбиров, хәбәрселәрҙең һорауына яуап биреп.

Өфө городовойы һәйкәле 2018 йылда Рәсәй полицияһының 300 йыллыҡ юбилейы уңайынан ҡуйылған. Скульпторы —  Өфө рәссамы Хәниф Хәбибрахманов. Бронзанан ҡойолған һын революцияға тиклемге тәртип һаҡсыһы образын сағылдыра. 

Олег Яровиков фотоһы. 

Автор:
Читайте нас