

Иртәгәнән, йәғни 10 ноябрҙән башлап Башҡортостанда яңы сикләү индерелә – гипермаркеттарға һәм 1000 квадрат метрҙан ашыу майҙанлы башҡа сауҙа биналарына түбәндәге документтарҙың береһе булғанда ғына керергә ярай: ковидҡа ҡаршы вакцинация хаҡында сертификат, һуңғы ярты йылда коронавирус үткәреү тураһында белешмә йәки прививка яһатырға ярамау хаҡында белешмә менән ПЦР-тестың кире һөҙөмтәһе. Республикала коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймау буйынса оператив штаб ултырышында шундай ҡарар ҡабул ителде.
Яңы сикләүҙе индереү хаҡында район һәм ҡала башлыҡтары тәҡдим итте. Бындай сауҙа биналары аша көнөнә меңләгән кеше үтә, тип билдәләй улар. Ләкин сауҙа үҙәктәрендәге кеүек үк, һатып алыусыларҙа тейешле документтарҙың булыуы тураһындағы талап уларға ҡағылмай. Яҡын арала юғары әҙерлек режимы тураһындағы указға үҙгәрештәр индерелергә тейеш.
Ултырышта хөкүмәт вице-премьеры Рөстәм Моратов хәбәр итеүенсә, республиканың система барлыҡҡа килтереүсе 448 предприятиеһында эшселәрҙең 80 проценты прививка яһатҡан. Был йәһәттән сәнәғәт компаниялары һәм ауыл хужалығы ойошмалары алда бара. Хәтерегеҙгә төшөрөп китәбеҙ: 18 декабрҙән эш биреүселәр прививкаһыҙ хеҙмәткәрҙәрҙе, әгәр уларҙың вакцина яһатырға ярамау хаҡында белешмәһе юҡ икән, эшкә индермәү хоҡуғына эйә буласаҡ.
Радий Хәбиров Өфө ҡалаһы халҡының һорауы буйынса өҫтәмә вакцинация пункттары асыу тураһында мәсьәләне өйрәнергә ҡушты.
Фото: ТАСС