+21 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
9 Ноября 2021, 03:50

Федераль трассаларҙа өс километр һайын камералар торасаҡ

Республикала ағымдағы йылдың тәүге туғыҙ айында юл-транспорт ваҡиғаларында 353 кеше үлгән, 3302-һе төрлө ауырлыҡта йәрәхәттәр алған.

Федераль трассаларҙа өс километр һайын камералар торасаҡФедераль трассаларҙа өс километр һайын камералар торасаҡ
Федераль трассаларҙа өс километр һайын камералар торасаҡ

Республикала ағымдағы йылдың тәүге туғыҙ айында юл-транспорт ваҡиғаларында 353 кеше үлгән, 3302-һе төрлө ауырлыҡта йәрәхәттәр алған.

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Владимир Севастьянов белдереүенсә, Өфөлә, Баймаҡ, Белорет, Туймазы, Ишембай райондарында, Сибай, Октябрьский ҡалаларында авария бигерәк тә күп теркәлә.

Иҫерек килеш руль артына ултырыусылар һаны кәмемәй. Быйыл 11,5 меңдән ашыу шундай осраҡ асыҡланған. Эскән килеш машина йөрөткәндәр ғәйебе менән 256 юл-транспорт ваҡиғаһы булған, һөҙөмтәлә 54 кеше үлгән, 338-е йәрәхәтләнгән.

Республика юлдарында аварияларҙы кәметеү маҡсатында комплекслы саралар күрелә. Улар эсенә светофор, юл билдәләре, сикләгестәр ҡуйыу, юл япмаһын ремонтлау, тамға һыҙыу, фото-видеоға теркәү комплекстарын урынлаштырыу инә.

Федераль юлдарҙа йыл аҙағына тиклем барлығы 800 камера ҡуйыласаҡ, ул ғәмәлдәгеләр менән бергә 1800-гә тиклем етәсәк. Шулай уҡ федераль трассаларҙа өҫтәмә 100 фотовидеотеркәү комплексы ҡуйылған. 2022 йылдың 1 мартына тиклем тағы 50 фотовидеотеркәү камералары урынлаштырыласаҡ.

Ғөмүмән, Транспорт дирекцияһы етәксеһе Мансаф Низаҡаев әйтеүенмә, Республикалағы федераль трассаларҙа 2022 йыл башында етешһеҙлектәрҙе теркәү комплекстары өс километр һайын торасаҡ.

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас