+13 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
8 Ноября 2021, 13:19

Ковид-госпиталдәргә тәүлегенә 77 тонна медицина кислороды кәрәк

Бөгөн республика Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин шулай тип билдәләне.

Ковид-госпиталдәргә тәүлегенә 77 тонна медицина кислороды кәрәкКовид-госпиталдәргә тәүлегенә 77 тонна медицина кислороды кәрәк
Ковид-госпиталдәргә тәүлегенә 77 тонна медицина кислороды кәрәк

Республикабыҙҙа ковидтан дауаланыусылар ятҡан госпиталдәрҙә бер тәүлектә 74 тоннанан 77 тоннаға тиклем кислород тотонола.

Ауырыуҙарҙы кислород менән тәьмин итер өсөн, дауаханаларҙа үҙәкләштерелгән юл менән 1400-ҙән ашыу өҫтәмә кислород нөктәләре булдырылған, дүрт километрҙан ашыу эске һәм тышҡы магистралдәр һуҙылған. 242 кислород концентраторы, 13 кислород газификаторы, 340 кислород баллоны алынған.

“Әлеге ваҡытта үҙәкләштерелгән юл менән 1345 берәмек кислород концентраторы һатып алыу хаҡында хәстәрлек күрелә”, – тине Максим Забелин.

Сығанаҡ: "Башинформ".

Автор:
Читайте нас