+13 °С
Облачно


Вахтанан ҡайтып, эске табыны ҡорған 45 йәшлек ир өсөн күңел-сафаның ахыры фажиғәле тамамлана.
Краснокама районының Яңы Нуғай ауылында кисә йорт янып китә. Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, янғын һаҡһыҙ тәмәке тартыу һөҙөмтәһендә сыға. Утта йорт хужаһы һәләк була.
Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, йыл башынан Башҡортостанда 218 кешенең ғүмере янғындарҙа өҙөлгән. Шуларҙың яртыһы – тәмәке тартҡанда һаҡ булмау арҡаһында килеп сыҡҡан.