+7 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
8 Ноября 2021, 09:24

33 табип бурыстарын үтәгәндә ковидтан вафат булған

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә табиптарҙы дәртләндереү буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.

33 табип бурыстарын үтәгәндә ковидтан вафат булған33 табип бурыстарын үтәгәндә ковидтан вафат булған
33 табип бурыстарын үтәгәндә ковидтан вафат булған

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә табиптарҙы дәртләндереү буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.

“Табиптарға һәм шәфҡәт туташтарына рәхмәт белдерәм. Ваҡиғаларҙа араһында беҙ йыш ҡына уларға рәхмәт әйтергә онотабыҙ. Уларға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Төп йөк табиптарға төшә. Яңы йылға етәрәк уларҙы бүләкләү материалдарын әҙерләгеҙ. Улар эмоциональ, әхлаҡи яҡтан яналар. Беҙҙә йыл ярым буйына “ҡыҙыл зона”ла эшләгән табиптар бар. Бик күп табиптарыбыҙ сирләне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 33 табип үҙ бурыстарын үтәгәндә вафат булды. Табиптарҙы хуплау бик мөһим, әле барыһы ла уларҙан тора”, – тине Радий Хәбиров.

Сығанаҡ: "Башинформ".

Автор:
Читайте нас