-2 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
7 Ноября 2021, 10:44

Эш кешеләре эштә булһын

Башҡортостанда  7 ноябрь байрамдарынан һуң, ял көндәрен оҙайтмаясаҡтар. Тимәк эш кешеләре өсөн 8 ноябрь – хеҙмәт көнө. Был хаҡта Республика Башлығы Радий Хәбиров оператив штаб ултырышында белдерҙе. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар ҡарар ҡабул иткәндә, Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү идаралығының кәңәштәрен иҫәпкә алған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Эш кешеләре эштә булһынЭш кешеләре эштә булһын
Эш кешеләре эштә булһын

Башҡортостанда  7 ноябрь байрамдарынан һуң, ял көндәрен оҙайтмаясаҡтар. Тимәк эш кешеләре өсөн 8 ноябрь – хеҙмәт көнө. Был хаҡта Республика Башлығы Радий Хәбиров оператив штаб ултырышында белдерҙе. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар ҡарар ҡабул иткәндә, Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү идаралығының кәңәштәрен иҫәпкә алған.

Мәғлүмәттәр буйынса, республикала ҡабул ителгән сикләү саралары дөйөм эпидемиологик хәлгә ыңғай йоғонто яһаған. Вакцинация темпы ла йылдам артҡан. Ял көндәрендә 20-30 мең кеше прививкалау үткән.

Мәғариф учреждениеларының эшмәкәрлегенә килгәндә, балалар баҡсалары ғәҙәти эш режимында ҡала, ә уҡыусылар 14 ноябргә тиклем каникулда буласаҡ.

Колледж һәм юғары уҡыу йорттары ситтән тороп уҡыуҙа, өҫтәмә белем биреү системаһы ла ошондай уҡ форматта ҡаласаҡ.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас