

Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 90 меңгә етеп килә – 4 ноябргә ҡарата улар 88 848 иҫәпләнә. Аҙаҡҡы тәүлектә сир 675 ауырыуҙа раҫланған. Әлеге мәлдә 915 сырхау дауаханала ята, шуларҙың 582-һе – 60-ты үткән кешеләр.
Ауыр хәлдәгеләр – 81, унауһын яһалма һулыш аппаратына тоташтырғандар.
Амбулатор шарттарҙа дауаланыусылар ҙа бик күп – 7 289, 6 102-һе – 60 йәштән өлкәндәр.
Тәүлек эсендә 662 яҡташыбыҙ, сирҙән ҡотолоп, дауахананан сыҡҡан. Пандемия башланғандан алып йәмғеһе 77 899 кеше һауығыуға өлгәшкән.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, вирус ҡорбандары көн һайын арта бара. Үткән тәүлектә 24 үлем осрағы теркәлгән. Вафат булыусылар 2 745-кә еткән, шуларҙың 2 404-е – 60-ты уҙған өләсәй һәм олатайҙар.
Дауахананан тыш пневмонияға ҡағылышлы мәғлүмәттәр түбәндәгесә: уҙған тәүлектә үпкә ялҡынһыныуы 205 ауырыуҙа асыҡланған, унан сәләмәтләнеүселәр – 249.
Башҡортостанда, планға ярашлы, 2 484 667 кешенең вакцина яһатыуы мөһим. Республикаға ковидҡа ҡаршы барлығы 2 282 558 доза вакцина килгән. Уның беренсе компонентын 1 712 492 кеше (вакцинация үтергә тейешлеләрҙең 69 проценты) эшләтһә, икенсе компонентын да ҡаҙатыусылар – 1 371 425 (55,2 процент).