+7 °С
Облачно


Эйе, ваҡыт ағышын туҡтатып булмай. Пандемия менән көрәштең үтә киҫкен мәле булһа ла, Яңы йыл хәстәре лә башланып тора.
Өфөнөң Салауат Юлаев майҙанында Яңы йыл шыршыһын ҡороу эше башланды. Байрам символы – 32 метр бейеклектәге яһалма ҡоролма ул. Тимер конструкцияһын, синтетик ботаҡтарын урынлаштырып бөтөү өсөн 10 – 14 көн кәрәк. Шыршыны ултыртыуға 10 хеҙмәткәр йәлеп ителгән.