+15 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
3 Ноября 2021, 10:08

Мохтаждарға ярҙамға ашығалар

Башҡортостанда 3,5 мең ирекмән һәм 942 автоволонтер көн һайын мохтаж кешеләргә ярҙам итеү менән мәшғүл. “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Беҙҙең хәстәрлек” волонтерлыҡ үҙәге пандемия осоронда битараф булмаған меңдәрсә кешене туплаған.

Мохтаждарға ярҙамға ашығаларМохтаждарға ярҙамға ашығалар
Мохтаждарға ярҙамға ашығалар

Башҡортостанда 3,5 мең ирекмән һәм 942 автоволонтер көн һайын мохтаж кешеләргә ярҙам итеү менән мәшғүл. “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Беҙҙең хәстәрлек” волонтерлыҡ үҙәге пандемия осоронда битараф булмаған меңдәрсә кешене туплаған.

“Пандемияның беренсе тулҡынындағы кеүек, әле лә волонтерҙар мохтаждарға ярҙам ҡулын һуҙа. Улар оло йәштәге яңғыҙҙарға, хәрәкәт итеүе ҡыйын булған кешеләргә, ауыр тормош хәлендә ҡалғандарға булышлыҡ итергә ашыға. Өлкәндәргә аҙыҡ-түлек һатып алып, өйҙәренә килтереп бирәләр, уларҙы поликлиникаға алып барып, кире ҡайтарып ҡуялар. Бер аҙна эсендә “Беҙҙең хәстәрлек” колл-үҙәге 2360 шылтыратыу ҡабул иткән, шуларҙың 2156-һы – ауыл райондарынан. Мин башҡаларға ярҙам итә алған һәм ярҙам итергә теләгән һәр кемгә рәхмәтемде еткерәм”, – тип яҙа социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Ирекмәндәр сафына бәлиғ булған һәр кем ҡушыла ала. Бының өсөн эш көндәрендә иртәнге туғыҙҙан киске алтыға тиклем 8-800-201-89-03 телефоны буйынса шылтыратырға кәрәк

Шул уҡ телефонға шылтыратып, волонтерҙар ярҙамына заявка ҡалдырырға була.

Сығанаҡ: “Башинформ”.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас