+13 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
3 Ноября 2021, 04:45

Электр транспорты дезинфекция үтә

Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы Өфө ҡалаһы хакимиәтенең транспорт һәм элемтә идаралығы менән берлектә йәмәғәт транспортын маршрутҡа сығарыр алдынан әҙерлеккә контролде көсәйтте.

Электр транспорты дезинфекция үтәЭлектр транспорты дезинфекция үтә
Электр транспорты дезинфекция үтә

Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы Өфө ҡалаһы хакимиәтенең транспорт һәм элемтә идаралығы менән берлектә йәмәғәт транспортын маршрутҡа сығарыр алдынан әҙерлеккә контролде көсәйтте.

Өҫтәмә санитар эшкәртеү Өфөнөң Муниципаль электр транспорты идаралығында ла алып барыла. Көн һайын махсус состав менән 164 троллейбус һәм 140 трамвай эшкәртелә.

Депоға әйләнеп ҡайтҡан электр транспортын тулыһынса дезинфекциялайҙар, шулай уҡ рейстар араһында кешеләр тотонған урындарҙы махсус хлоридлы иретмә менән эшкәртәләр.

Хеҙмәткәрҙәр ҙә көндәлек контроль аша үтә: сменаға тиклем һәм унан һуң троллейбус-трамвай водителдәре тикшерелә. Битлек йөрөтөү тәртибе лә етди үтәлә.

Ғөмүмән, транспорт хеҙмәткәрҙәре, ҡала халҡы зарарланмаһын өсөн, ҡулдарынан килгәндең барыһын да эшләй. Әммә вирустың кешенән кешегә тура йоғоу ихтималлығы юғары. Был осраҡта коронавирустан һаҡланыуҙың төп саралары – вакцинация үтеү һәм битлек кейеү тәртибен һаҡлау. Траспорт хеҙмәткәрҙәре ҡала халҡын ошо ҡағиҙәләрҙе мотлаҡ үтәргә саҡыра.

Автор:
Читайте нас