+15 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
3 Ноября 2021, 07:43

Байрамдарҙа ла вакцина эшләтергә мөмкин

Бөгөн, 3 ноябрҙә Өфөнөң Рубежная урамындағы “Мега” сауҙа үҙәгендә  мобиль вакцинациялау пункты эшләй башланы. Ул көн һайын, 14 сәғәттән 20 сәғәткә тиклем, байрам көндәрендә лә  эшләйәсәк. Эш шарттары эпидемиологик талаптарға ярашлы ойошторолған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Байрамдарҙа ла вакцина эшләтергә мөмкинБайрамдарҙа ла вакцина эшләтергә мөмкин
Байрамдарҙа ла вакцина эшләтергә мөмкин

Бөгөн, 3 ноябрҙә Өфөнөң Рубежная урамындағы “Мега” сауҙа үҙәгендә  мобиль вакцинациялау пункты эшләй башланы. Ул көн һайын, 14 сәғәттән 20 сәғәткә тиклем, байрам көндәрендә лә  эшләйәсәк. Эш шарттары эпидемиологик талаптарға ярашлы ойошторолған.

Вакцинациялау пункттарында  тейешле ҡоролмалар урынлаштырылған, медицина хеҙмәткәрҙәренең эш урыны вакцинация тураһындағы мәғлүмәттәрҙе республика мәғлүмәт аналитика системаһына, федераль реестарға индереү интернет селтәрҙәренә тоташтырылған.

Шулай уҡ  табиптарға кешеләргә тейешле, ашығыс  ярҙам күрһәтеүҙә, вакцинация эшләүҙе ойоштороу буйынса инструктаж үткәрелгән.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас