+23 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
2 Ноября 2021, 06:20

Республика йәмәғәтселеге олуғ яҙыусы менән хушлашты

31 октябрҙә күренекле әҙип, әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин 91-се йәшендә арабыҙҙан китте. Бөгөн Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында мәрхүм менән хушлашыу митингыһы үтте.

Республика йәмәғәтселеге олуғ яҙыусы менән хушлаштыРеспублика йәмәғәтселеге олуғ яҙыусы менән хушлашты
Республика йәмәғәтселеге олуғ яҙыусы менән хушлашты

31 октябрҙә күренекле әҙип, әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин 91-се йәшендә арабыҙҙан китте. Бөгөн Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында мәрхүм менән хушлашыу митингыһы үтте.

Ноғман Сөләймән улы Мусин 1931 йылдың 17 июлендә Ишембай районы Ҡолғона ауылында тыуған. 1937—1944 йылдарҙа Ҡолғона ауылында ете йыллыҡ мәктәптә белем ала. 1947 йылда Маҡар урта мәктәбен тамамлай һәм шунда уҡ уҡытыусы булып эш башлай. 1949 йылда Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтына уҡырға инә. 1951 йылда институтты тамамлағас, бер аҙ Маҡар район мәғариф бүлегендә инспектор вазифаһын башҡара һәм йыл аҙағында хәрби хеҙмәткә алына. Һалдаттан ҡайтыу менән (1953) «Совет Башҡортостаны» гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр, унан һуң Ҡолғона ауылында дүрт йыл уҡытыусы булып эшләй. Ә 1958 йылда Өфөгә килеп, «Ағиҙел» журналында — бүлек мөдире, яуаплы секретарь, 1962 йылдың башынан «Совет Башҡортостаны» гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй.

Тәүге шиғырҙары үҙе хеҙмәттә сағында республика гәзиттәрендә һәм «Әҙәби Башҡортостан» журналында баҫылып сыға. Хәрби хеҙмәт ваҡытында проза жанрында ла көсөн һынап ҡарай, һалдаттар тормошона арналған бер нисә хикәйә яҙа. «Минең дуҫ» тигәне 1954 йылда «Әҙәби Башҡортостан» журналында, ҡалғандары «Совет Башҡортостаны», «Ленинсы» гәзиттәрендә, 1956 йылда «Әҙәби Башҡортостан» журналында баҫылып сыға.

Тәүге күләмле әҫәре — «Зөһрә» повесы 1956 йылда «Әҙәби Башҡортостан» журналында баҫыла. Унан бер-бер артлы «Ғорурлыҡ», «Күксә урманында», «Ер биҙәге», «Ауылым юлы», «Кеше йылмая», «Сәскәләр керпеген аса» тигән повестары донъя күрә. Яҙыусының төп темаһы — урман, уны һаҡлау.

1968 йылда колхоз тормошона арналған «Өҙәрем юл кешеләре» исемле роман яҙа.

«Һайлап алған яҙмыш», «Зәңгәртауҙа аҡ болан», «Яҙғы ташҡындар алдынан» («Яралы кеше тауышы»), «Мәңгелек урман», «Таң менән сыҡ юлдарға», «Һуңғы солоҡ», «Шунда ята батырҙар һөйәге» романдары Ноғман Мусинды башҡорт прозаһының талантлы яҙыусыһы итеп таныта. 

“Башҡортостан ҡыҙы” журналы редакцияһы мәрхүмдең яҡындарының, туғандарының, ижадын һөйөүселәрҙең ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.

 

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас