+19 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
2 Ноября 2021, 05:15

Өфө урамдарына яңы автобустар сыҡты

Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан хөкүмәт премьер- министры урынбаҫары Рәиф Әбдрәхимов “Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһының транспорт саралары етәкселәренә “Нефаз” маркалы өр- яңы автобустар асҡысын тапшырҙы. 105 урынға иҫәпләнгән транспорт сараһы газ ҡоролмаларында эшләй.

Өфө урамдарына яңы автобустар сыҡтыӨфө урамдарына яңы автобустар сыҡты
Өфө урамдарына яңы автобустар сыҡты

Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан хөкүмәт премьер- министры урынбаҫары Рәиф Әбдрәхимов “Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһының транспорт саралары етәкселәренә “Нефаз” маркалы өр- яңы автобустар асҡысын тапшырҙы. 105 урынға иҫәпләнгән транспорт сараһы газ ҡоролмаларында эшләй.

Яңы маркалы автобустар пассажирҙарға электрон мәғлүмәт биреү, ГЛОНАСС спутник системаһы, тахограф, инвалид коляскалары һәм башҡа уңайлыҡтар менән тәьмин ителгән.

“Нефаз” башҡаланың 51,51А маршруты, 69-сы, 39-сы һанлы автобустар маршрутына  бирелде.

Шулай уҡ өр-яңы маршрут автобусы Дим биҫтәһе, Мостай Кәрим исемендәге Өфө аэропорты, Булгаково маршруты буйынса сығарылды.

 Республика быйыл барлығы урта һәм ҙур класлы  220 автобус  һатып алды. Автопарктарға 120  Vector NEXT маркалы, 90 - “Нефаз” автобустары килде, киләһе йыл тағы ла  10 автобус ҡайтарыу күҙ уңында тотола.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас