0 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
29 Октября 2021, 04:05

Ҙур этнографик диктанттан ситтә ҡалмағыҙ

3-7 ноябрҙә онлайн форматта “Халыҡтар күп, тыуған ил берәү генә!” лозунгыһы аҫтында "Ҙур этнографик диктант” халыҡ-ара мәғариф акцияһы үтә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҙур этнографик диктанттан ситтә ҡалмағыҙҘур этнографик диктанттан ситтә ҡалмағыҙ
Ҙур этнографик диктанттан ситтә ҡалмағыҙ

3-7 ноябрҙә онлайн форматта “Халыҡтар күп, тыуған ил берәү генә!” лозунгыһы аҫтында "Ҙур этнографик диктант” халыҡ-ара мәғариф акцияһы үтә.

Сарала Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә йәшәгән һәр кем ҡатнаша ала. Диктант рус, инглиз, испан телдәрендә үтә. Текст рәүешендә рәсмиләштерелгән эштәр 2021 йылдың 3 ноябрендә 00.01 сәғәттә (Мәскәү ваҡыты) "Ҙур этнографик диктант”тың рәсми сайтында (www.miretno.ru ) баҫыласаҡ. Ул 20 һорауҙан торған дөйөм федераль, 10 һорауҙы үҙ эсенә алған төбәк өлөштәрҙән тора. Сит илдә йәшәүселәр өсөн айырым утыҙ һорау буласаҡ.

Эштәрҙе башҡарған өсөн иң юғары балл – 100. Диктантты үткәреү ваҡыты – 45 минут. Күрһәткән һөҙөмтәнең сертификаты электрон почтаға ебәрелә.

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас