+19 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
29 Октября 2021, 03:55

Тағы бер кеше өҫкө ҡаттан ҡолаған

Октябрь проспектында ике көн рәткә өҫкө ҡаттан кеше ҡолай.

Тағы бер кеше өҫкө ҡаттан ҡолағанТағы бер кеше өҫкө ҡаттан ҡолаған
Тағы бер кеше өҫкө ҡаттан ҡолаған

Октябрь проспектында ике көн рәткә өҫкө ҡаттан кеше ҡолай.

27 октябрҙә проспекттағы 56-сы йортоноң беренсе ҡатындағы кейем-һалым магазинының металл ҡоймаһына эленеп торған ир мәйетенә юлығы үтеп барыусылар. Дүртенсе ҡатта йәшәгән 46 йәшлек ир тәҙрәнән ҡолап төшкән. Ул психиатрия дауаханаһында иҫәптә торған булған.

Кисә, 28 октябрҙә, проспекттағы 81/2-се йорттоң дүртенсе ҡатынан 80 йәшлек әбей аҫтағы магазин ҡыйығына ҡолап төшкән. Ҡотҡарыусылар, уны ергә төшөрөп, ашығыс ярҙам табиптарына тапшырған.

Автор:
Читайте нас