

Өфөлә коронавирустан вакцинациялау буйынса мобиль пункт асылды. Ул Жуков урамы 37 йортта урынлашҡан “О,КЕЙ” гипермаркеты бинаһында урынлашҡан.Эш ваҡыты дүшәмбенән йомаға тиклем, 14 сәғәттән 20 сәғәткә тиклем. Ял көндәре (уға байрам көндәре лә инә), 10-дан 20 сәғәткә тиклем.
Был Өфөлә ковидтан вакцинациялау буйынса 4-се пункт. Мобиль һәм стационар вакцина эшләтеү пункттарының адресы 2gis.ru, яндекс һәм google карталарҙа. Вакцинациялауҙы эш булмаған аҙнала ла үтергә мөмкин. Сөнки Башҡортостанда ла, бөтә Рәсәйҙәге кеүек 30 октябрҙән 7 ноябргә тиклем ял көнө тип иғлан ителгән. Өҫтәмә ялдар коронавирус сиренең таралыуына юл ҡуймау өсөн хөкүмәт тарафынан ҡабул ителгән.
Эш булмаған көндәр хаҡында түбәндәге карточкаларҙан мәғлүмәт ҡара.