-3 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
29 Октябрь 2021, 03:05

Башҡортостан брендтары өсөн тауыш бир

Ауыл хужалығы министрлығы «Рәсәй тәмдәре» конкурсында Башҡортостан брендтары өсөн тауыш бирергә саҡыра. «Халыҡ тауыш биреүе» этабында ҡатнашыу өсөн бренд 1 меңдән күберәк тауыш йыйырға тейеш.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостан брендтары өсөн тауыш бирБашҡортостан брендтары өсөн тауыш бир
Башҡортостан брендтары өсөн тауыш бир

Ауыл хужалығы министрлығы «Рәсәй тәмдәре» конкурсында Башҡортостан брендтары өсөн тауыш бирергә саҡыра. «Халыҡ тауыш биреүе» этабында ҡатнашыу өсөн бренд 1 меңдән күберәк тауыш йыйырға тейеш.

Улар – «Башҡорт өсмөйөшө», «Башҡорт талҡаны», «Башҡортостандан шоколад», «Башҡорт соусы», «Башҡортостандан ҡаҡланған дөйәғош ите», «Башҡорт ҡымыҙы», «Башҡорт алкоголһеҙ балы», «Бөрйән солоҡ балы», «Федоровка ҡаҙы», «Башҡорт сыры», «Башҡорт сей килеш ҡаҡланған ҡаҙыһы», «Башҡорт ҡорото», «Башҡорт баллы сыры», «Ҡорғаҙаҡ» минераль һыуы» һәм «Башҡорт балы» (былтырғы миҙгелдә «Бөтә илгә» номинацияһында бронза еңеүсе).

Әлеге ваҡытта өсмөйөш 800-гә яҡын тауыш йыйған, артабан бал, ҡаҙ килә.

«Татыу республикабыҙҙан ярҙам көтәбеҙ. Тауыш биреү 7 ноябргә тиклем бара», – тип белдерҙеләр Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында.

Һәр төбәк вәкиле яратҡан өс ризығы өсөн тауыш бирергә мөмкин. Бының өсөн конкурстың  https://russiantastes.ru/ сайтына инеп, исемлектән төбәкте һәм брендтың исемен һайларға кәрәк.

Автор:
Читайте нас