+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
28 Октябрь 2021, 08:05

Ғаиләлә проблемамы - шылтыратығыҙ

Республикала бөгөн һәм иртәгә - 28 һәм 29 октябрҙә - ғаилә низағтары, йәберләү, айырылышыу буйынса «ҡыҙыу элемтә» бәйләнеше эшләй. 

Ғаиләлә проблемамы - шылтыратығыҙ
Ғаиләлә проблемамы - шылтыратығыҙ

Республикала бөгөн һәм иртәгә - 28 һәм 29 октябрҙә - ғаилә низағтары, йәберләү, айырылышыу буйынса «ҡыҙыу элемтә» бәйләнеше эшләй. 

Әгәр ғаиләгеҙҙә килеп тыуған ошо проблемаларҙы иҫкәртергә һәм хәл итергә уйлаһағыҙ, иртәнге сәғәт 11-ҙән көндөҙгө 2-гә тиклем 8-800-347-50-00 телефоны буйынса шылтырата алаһығыҙ. Сараны «Айыҡ ауыл-2021» конкурсы барышында республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойоштора.

Белгестәргә башҡорт һәм рус телдәрендә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Консультация аноним һәм бушлай.

«Бәхәсте нисек хәл итергә? Низағты нисек иҫкәртергә? Нисек ярашырға? Алкоголь һәм наркотик бәйлелегенән яфаланған яҡыныңа нисек ярҙам итергә? Ғаиләлә көс ҡулланһалар, нимә эшләргә?» — ошо һәм башҡа һорауҙарға юғары квалификациялы белгестәр: психологтар, ғаилә медиаторҙары, наркологтар яуап бирә.

Автор:
Читайте нас: