

26 октябрҙә Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары базаһында видеоконференция бәйләнеше форматында үткән уҡыусылар һәм студенттар өсөн фәни-ғәмәли конференция республикабыҙҙың был йәһәттән алдынғылар рәтендә булыуын күрһәтте.
Был мәсьәләһе менән төбәктә 2009 йылдан алып шөғөлләнәләр. 2011 йылдан уны республиканың Финанс министрлығы үҙ ҡарамағына алған.
Башҡортостандың финанс министры Лира Иғтисамова конференциялағы үҙ сығышында, ҡағиҙә булараҡ, төбәк хакимиәттәре, финанс һәм йәмәғәт ойошмалары араһында уҡыусыларҙың финанс һәм ҡулланыусы булараҡ грамоталығына етди иғтибар биргән субъекттар алдынғы була, тип билдәләне.
2014 йылдан финанс грамоталылыҡ буйынса эшмәкәрлек республиканың белем биреү системаһына индерелгән. Әгәр 2011 йылда Бөтә Рәсәй финанс грамоталығы буйынса олимпиадала Башҡортостандан тик бер еңеүсе булһа, быйыл, 2021 йылда, улар һаны 13-кә еткән.